"Беҙ уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проектында ҡатнашабыҙ!
Январь 27, 2025
Просмотров: 74
ЯЛ ИТЕҮ ЗОНАҺЫ МЕНӘН ТАМАША ЗАЛЫ
"Беҙ уҡыусыларҙың инициативаһын бюджетлау" проектында ҡатнашабыҙ! Уҡыусыларҙың инициативаларын хөкүмәт тарафынан хуплау ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм беҙҙен уҡыусылыр командаларға берләшеп, проекттар өҫтөндә эш башланылар. Һәр бер проект мөһим һәм һоҡландырғыс : "Заманса китапхана", "Тренажер залы", "Агрокуб", "Ял итеү зонаһы менән тамаша залы", "Музыкаль үҙәк".
Арсен мәктәбенең дөйөм уҡыусылар йыйылышында бөтә проекттар ҙа тикшерелде.
Һәр инициатив төркөм сығыш яһаны, үҙенең проектын яҡланы, проектының маҡсаты һәм үҙенсәлеге менән таныштырҙы. Сығыштар йыйылыштың аҙағынаса ҡыҙыу, әүҙем барҙы. Уҡыусылар сығыштарҙан фекер алышҡандан һуң, мәктәбебеҙгә тамаша залы менән ял итеү зонаһы кәрәклеген асыҡланы һәм ошо проектта туҡталды. "Тамаша залы менән ял итеү зонаһы" проекты өсөн 78 % тауыш бирелде.
Шулай итеп, Арсен урта мәктәбенең үҙидара ойошмаһы президенты Яубасарова Вилена һәм уның төркөмө әҙерләгән ял итеү зонаһы проекты еңеү яуланы һәм Башҡортостан республикаһының ошо ҙур һәм кәрәкле конкурсында ҡатнашасаҡ!
Уңыштар һеҙгә, Арсен мәктәбе уҡыусылары!